+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июль 2020, 17:25

Уҡытыусылар араһында коронавирус менән сирләгәндәр юҡ

Улар коронавирус менән сирләмәй

Бөгөн иртән Берҙәм дәүләт имтихандарын ойоштороусылар араһында коронавирус менән сирләгән уҡытыусылар булыуы ихтимал тигән хәбәр донъя күргәйне.
Әле республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ул уҡытыусылар коронавирус менән сирләмәй. Өс педагогтың температураһы булыуы асыҡланған. Тик уларҙың анализында коронавирус инфекцияһы табылмаған. “Роспотребнадзор” талаптарына ярашлы, уларҙы бөгөн рус теленән бирелгән имтихандарға индермәгәндәр.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: