Әле республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ул уҡытыусылар коронавирус менән сирләмәй. Өс педагогтың температураһы булыуы асыҡланған. Тик уларҙың анализында коронавирус инфекцияһы табылмаған. “Роспотребнадзор” талаптарына ярашлы, уларҙы бөгөн рус теленән бирелгән имтихандарға индермәгәндәр.