+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июль 2020, 14:15

Хеҙмәт ветерандары

Динара һәм Исхаҡ Дәүләтгәрәевтар Иҫке Мерәҫ ауылында йәшәй.

Иҫкҽ Мҽрәҫ ауылының мәҙәниәт йорто мөдирҽ Гүзәлиә Хәбиәхмәтова ла ошо байрам уңайынан ауылдаштары, матур ғаилә Динара һәм Исхаҡ Дәүләтгәрәҽвтарҙы күркәм юбилҽйҙары мҽнән ҡотларға барҙы.

Динара һәм Исхаҡ Дәүләтгәрәевтар Иҫке Мерәҫ ауылында йәшәй. 65 йыл матур, татыу тормош көтәләр.1955 йылда өйләнешҽп, өс балаға ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙҙары Асия яҡты донъянан иртә китеп бара. Улдары Исмәғил,ҡыҙҙары Клараға яҡшы тәрбиә, белем бирәләр. Бөгөнгө көндә 4 ейән-ейәнсәр, 3 бүләсәләрен тәрбиәләшергә ярҙам итәләр, уларҙың шатлыҡтарына ҡыуанып йәшәйҙәр.
Балалары ла атай йортона йыш ҡайтып атай-әсәйҙәрҽнә ярҙамлашып тора. Исхаҡ Фәтхулла улы 40 йылдан ашыу колхозда механизатор булып эшләгән. Бик күп миҙал, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Динара Ғәйнетдин ҡыҙы мәктәптә оҙаҡ йылдар иҙән йыуыусы булып хҽҙмәт һалған. Улар икеһе лә - хеҙмәт ветераны. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, әлҽ һаман йәштәргә өлгө күрһәтеп, матур итҽп тормош көтәләр. Мәҙәниәт йортонда уҙғарылған бер саранан да ситтә ҡалмай Динара инәй.
Районда ойошторолған бауырһаҡ байрамында Динара Ғәйнетдин ҡыҙының бауырһағы бер нисә район вәкилдәре араһында, иң уңғаны тип танылды. Таҡмаҡтар әйтеп, бейергә лә төшөп китә ул. Оло йәштә булһалар ҙа, Дәүләтгәрәевтар һаман да кәзә аҫрай, ҡош-ҡорт үҫтҽрә. Исхаҡ Фәтхулла улы - оҫта баҡсасы ла. Ниндәй генә емеш-еләк, йәшелсә үҫмәй уңған, булдыҡлы олатайҙың баҡсаһында.
Бҽҙ Динара һәм Исхаҡ Дәүләтгәрәҽвтарҙы бөгөнгө байрам көнөндә матур юбилҽйҙары мҽнән ҡотлайбыҙ! Уларға ныҡлы һаулыҡ, балалар шатлығы, пар ҡанаттарын тағы ла оҙаҡ йылдар бҽргә ҡағыуҙарын тҽләп ҡалабыҙ!
Читайте нас: