Ә өлкән быуын иһә уның биографияһын яттан беләлер хатта. Яу юлдарын бөркөттәй һауала уҙған яҡташыбыҙ хаҡында хәтер ил тарихына алтын ептәр менән яҙылған. Был донъяла оҙаҡ йәшәмәһә лә, Муса Гәрәевтай ҡаһармандарыбыҙ кеше хәтерендә мәңгелеккә әйләнә.
Яу юлын ябай осоусы булып башлаған егет Еңеүҙе майор, полк штурманы булып ҡаршылай. Унан да ҙурырағы ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеме лә була. Сталинград, Донбасс, Ҡырым, Белоруссия, Литва, Польша, Пруссия күгендә алыша ул дошман менән. Һуғыш йылдарында бөтәһе 250 хәрби осош яһай. Әйтеүе генә анһат.