+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 18:40

Почтальон ғына түгел ...

Резеда Минейәр ҡыҙы ауылдарҙа иң күп уҡығаны – пенсионерҙар тип билдәләй.

Резеда Күсемханова Дәүләкән ҡалаһындағы 2-се почта бүлексәһендә эшләй. Уның почтальондары ҡаланың бер нисә микрорайонын, шулай уҡ яҡындағы Яңы Аҡҡолай, Дүртөйлө, Иҫке Көрмәнкәй ауылдарын хеҙмәтләндерә. Резеда үҙе 15 йыл Дүртөйлө ауылында йәшәй. Ошо ваҡыт эсендә ул урындағы фельдшер, ә хәҙер бер ни тиклем ваҡыт почтальон да булып эшләй.
Ауылдаштары менән эшләгән ошо ваҡыт эсендә ул кемдән түләүҙәр ҡабул итергә, подписка эшләргә, кемгә яңы гәзит килтерергә, кемде хат менән ҡыуандырырға кәрәклеген яҡшы белә. Уға хатта конвертта яҙылған адрес та кәрәкмәй, бөтәһен дә исемдәре буйынса белә. Ауылдың күпселек өлөшөн өлкән йәштәгеләр тәшкил итә. «Улар өсөн мин - үҙ кеше, - ти Резеда. – Күптәргә аралашыу етмәй, шуға ла улар почтальон менән донъя, тормош хәлдәре тураһында һөйләшергә ярата. Почтаны мин шуның өсөн кис көнө улар йорт эштәрен тамамлап, кем өйҙә, кем урамдағы эскәмйәһенә ял итергә ултырғас килтерәм. Пенсионерҙар уларға инеп, һәр береһе менән һөйләшеүемә ҡыуаналар. Магазинға үҙаллы йөрөй алмағандар төрлө заказдар бирә, уларға ярҙам итәм».
Резеда Минейәр ҡыҙы ауылдарҙа иң күп уҡығаны – пенсионерҙар тип билдәләй. Улар яңылыҡтарҙы интернет аша белеүгә өҫтөнлөк биргән йәш быуындан айырмалы рәүештә, мәғлүмәтте «ҡағыҙ» формала алып өйрәнгән, гәзит һәм журналдарҙы түҙемһеҙлек менән көтөп алалар. «Асылыкүл» һәм «Балҡантау» район гәзиттәренә теләп яҙылалар, гәзит биттәрендә таныштарының һүрәттәрен күреп ҡыуаналар. Шулай уҡ республика, шул иҫәптән балалар өсөн баҫмаларҙы ла алдыралар.
Матбуғат баҫмалары һәм хаттар кешеләрҙең йорттарына килеп етһен өсөн күп көс һала. Ваҡытында эшләнгән подписка, алынған пенсия, көтөп алған хат, ҡиммәтле посылка һәм яратҡан гәзит – ул күп кешенең көндәлек хеҙмәте. Халыҡҡа яңылыҡтар һәм аралашыу шатлығы еткереү өсөн беҙҙең райондың бөтә почта бүлексәләре почтальондары бөтә көстәрен һалып, бына шулай эшләй.
Ольга Юдина.
Читайте нас: