0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2020, 17:40

Иҫерек водителдәрҙе телевизорҙан күрһәтәсәктәр

Бәлки, был тәьҫир итер, бәлки, ҡайһы берәүҙәр оятҡа ҡалырға теләмәҫ

Эскән килеш рулгә ултырып, автоинспекторҙарға эләккән водителдәрҙе урындағы телеканалдарҙан күрһәтәләр. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Алан Марзаев хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ошондай тәьҫир итеү сараһын ҡулланырға тәҡдим итте. Уҙған аҙнанан Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы республика башлығы ҡушыуы буйынса эскән килеш машина йөрөтөүгә ҡаршы көсәйтелгән эш башланы.
778 иҫерек һәм медицина тикшереүенән баш тартҡан водитель асыҡланған (10 көн эсендә). Тикшереүҙәрҙең күбеһе Туймазы һәм Иглин райондарында уҙғарылған.
Радий Хәбиров Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының тәҡдимен хупланы: «Бәлки, был тәьҫир итер, бәлки, ҡайһы берәүҙәр оятҡа ҡалырға теләмәҫ. Хәҙер йәй, күптәре ялда, әлбиттә, эсеп алғылайҙар, был уларҙың шәхси эше, ләкин ни өсөн иҫерек килеш рулгә ултырырға һуң?».
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: