-30 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
15 Июля 2020, 17:15

Бер көндә - һигеҙ ғүмер

Көн һайын 5-10 кеше батып үлә

Республиканың һыу ятҡылыҡтарынан килгән яңылыҡтарҙан сәстәр үрә торорлоҡ. Көн һайын 5-10 кеше батып үлә бит. Кисәге мәғлүмәттәр ҙә ҡот осҡос: Башҡортостанда бер тәүлек эсендә батыуҙан һигеҙ кешенең ғүмере өҙөлгән. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Шулай итеп, кисә, 14 июлдә һыу ятҡылыҡтарында һигеҙ фажиғә теркәлгән.
Баймаҡ районында киске сәғәт унда Иҫке Сибай ауылы янындағы Ҡарағайлы йылғаһында һыу ингәндә 1965 йылғы ҡатын батып үлгән. Һыуҙан уны туғандары һөйрәп сығарған. “Ашығыс ярҙам” килеп еткәнсе ҡатын вафат булған. Был урын һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән.
Балтас районында Йәнтимер ауылы янында һыу ингән саҡта 1961 йылғы ир батҡан. Кәүҙәне ауыл кешеләре күреп ҡалған һәм һөйрәп сығарған. Бында ла яр һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән булған.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында Ашҡаҙар йылғаһында 1979 йылғы ир батҡан. Кәүҙәне ҡотҡарыусылар табып сығара һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшыра. Пляж һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән.
Белорет ҡалаһында ҡотҡарыусылар 1990 йылғы егеттең үле кәүҙәһен һөйрәп сығара. Хәл Ағиҙелдә була. Был урын да һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән.
Дәүләкән районында Асылыкүлдә 2002 йылғы үҫмер өрөп тултырылған матраста йөҙөргә төшөп китә. Һуңғараҡ матрас яр буйында табыла, ә егет юҡ. Урынға полиция бара, кинологтар эшләй. Бөгөн водолаздар үҫмерҙе эҙләүҙе дауам итә.
Көйөргәҙе районында Бөгөлсән ауылы янындағы карьерҙан шаһиттар һыуҙан 1952 йылғы ҡатындың кәүҙәһен һөйрәп сығара.
Тағы ике кәүҙә Өфө районында Дим йылғаһында һәм Ишембай ҡалаһында Ағиҙелдә табыла. Кәүҙәләр ярға сығарылған, тик батҡандарҙың шәхесе әле асыҡланмаған.
Күренеүенсә, осраҡтарҙың барыһы ла тиерлек һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урындарҙа булған. Һыу бер кемде лә аямай: йәшме һин, ҡартмы, ир-атмы, ҡатын-ҡыҙмы, йөҙә беләһеңме, юҡмы. Батып үлгәндәр араһында бөтәһе лә бар. Үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ!
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Автор: Альфия Мингалиева
Фото Яндекстан алынды
Читайте нас в