-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2020, 12:00

Мәктәп яны лагерҙарын һәм балалар шифаханаларын асыу күсерелде

29 июлгә күсерелде.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сираттағы тапҡыр 2020 йылдың мартынан республика биләмәһендә ғәмәлдә булған «Юғары әҙерлек» режимы тураһында указға төҙәтмәләр индерҙе. Яңы баҫмала республика етәксеһе мәктәп яны лагерҙарын һәм балалар шифаханаларын асыуҙы күсерҙе. Бынан алда 15 июлдә уларҙың эшен башлау планлаштырылғайны. Дата ике аҙнаға – 29 июлгә күсерелде.
Шулай уҡ республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығына халыҡҡа яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына ҡаршы көрәш хаҡында мәғлүмәт еткереүҙе дауам итеү һәм шишәмбе, кесаҙна көндәрендә көндөҙгө сәғәт 3-тә брифингтар үткәреү бурысы йөкмәтелде.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Валерий Шахов
Читайте нас: