+12 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июль 2020, 18:25

Рейс автобусы янған

Бортта ете пассажир булған.

Баймаҡта рейсҡа сыҡҡан автобус янған. Был хәлдең шаһиттары водитель кабинаһында дөрләгән ялҡындың видеоһын Башҡортостан спутник телевидениеһына ебәргән.
Ғәҙәттән тыш хәл Есенин урамындағы йәкшәмбе баҙарына яҡын ғына урында булған.
Киске биштә автобус автовокзалдан ҡуҙғалып, Баймаҡ — Урғаҙа маршруты буйынса юлланған.
Бортта ете пассажир булған. Бәхеткә, улар барыһы ла салондан ваҡытында сығып өлгөргән.
Зыян күреүселәр тураһында әлегә билдәһеҙ.
Фото: видеонан скриншот
Читайте нас: