0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июль 2020, 12:10

12 урман янғынынан икәү ҡалды

Алтыһы һүндерелгән, дүртеһе локалләштерелгән.

Башҡортостанда урмандар яна тигән хәбәр халыҡты бик ҙур борсоуға һалды. Кемдең ҡулынан килә, ирекмән булараҡ был урындарға юлланды, башҡалар социаль селтәрҙәр аша булһа ла фекерен белдереп, йәштәрҙе дөйөм эшкә дәртләндерҙе.
Әле төн уртаһы етеп килһә лә, был тәңгәлдә эш туҡтамай. Республиканың Урман хужалығы министрлығы киске туғыҙға ҡарата булған һуңғы мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты.
Шулай итеп, әле Башҡортостанда 12 урман янғыны теркәлгән. Уларҙың дүртәүһе бөгөн башланған. Алтыһы һүндерелгән, дүртеһе локалләштерелгән. Икәүһен һүндереү буйынса эш дауам итә.
Учалы районындағы янғын тулыһынса һүндерелгән. Иртәгә, 20 июлдә, Белорет районының Ҡаһарман ауылы янындағы янғынды тулыһынса һүндереү кәрәк, ул әле локалләштерелгән, икенсеһе - Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығында. Бында шулай уҡ утты локалләштереүгә өлгәшкәндәр. Әбйәлил һәм Бөрйән районындағы ике янғын әле һүнмәгән. Иртәгә уларҙы бөтөрөргә йыйыналар.
Ут менән көрәшкән һәр кемгә уңыш теләйек һәм үҙебеҙ ҙә һаҡ, иғтибарлы булайыҡ!
Фото: Урман хужалығы министрлығы.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: