Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бөрйән генә түгел, Белорет районында ла урмандар яна. Әлеге ваҡытта республиканың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бында Ҡыраҡа һырты яна. Был урын таулы-ҡаялы, шуға күрә янғын һүндереү техникаһына барып етеүе бик ауыр. Янғынға ҡаршы төп эш ҡул көсө менән башҡарыла: урман янғын һүндереүселәре һәм йәлеп ителгән кешеләр уны һүндерә. Бөгөн янғында 70 самаһы кеше һәм 18 берәмек техника эшләй. Ҡеүәтле бульдозерҙар янғынға ҡаршы барьерҙар һөрә. Дүрт янғын автомобиле һәм алты бәләкәй урман патруле комплексы һыу ташый.