-9 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
20 Июля 2020, 12:05

Рәсәйҙә даими рейстар менән ҡайтыусылар өсөн мотлаҡ изоляция ғәмәлдән сығарыла

Рәсәйгә килер алдынан өс календарь көн алда коронавирусҡа тапшырылған тикшереү һөҙөмтәләрен күрһәтергә кәрәк.

Рәсәйҙә һауа бәйләнешен тергеҙеү планлаштырылған илдәрҙән даими һауа рейстары менән Рәсәй Федерацияһы биләмәһенә ҡайтыусылар өсөн 2020 йылдың 15 июленән изоляция ғәмәлдән сығарыла, тип хәбәр итте Роспотребнадзор.
Сил ил граждандарына Рәсәйгә килер алдынан өс календарь көн алда коронавирусҡа тапшырылған тикшереү һөҙөмтәләрен күрһәтергә кәрәк.
Әгәр ундай документ булмаһа, ҡайтҡандан һуң тикшерелеү өсөн өс көн бирелә.
Рәсәй граждандарына рейсҡа теркәлгәндә Дәүләт хеҙмәттәре порталында махсус форманы тултырыу, өс көн эсендә унда тест һөҙөмтәләрен яҙыу мотлаҡ.
Шуны билдәләп үтәйек: сит ил дәүләттәренән махсус сығарыу рейсы менән ҡайтыусылар һәм ҡайтҡандар өсөн изоляция ғәмәлдә ҡала.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в