+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июль 2020, 12:25

Республиканың ун районында дүртенсе класлы янғын хәүефе фаразлана

109 тәбиғәт янғыны теркәлгән

Башҡортостан урмандарында дүртенсе һәм бишенсе класлы янғын хәүефе фаразлана.
Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, Әлшәй, Архангел, Бәләбәй, Бүздәк, Дүртөйлө, Йылайыр, Кушнаренко, Стәрлебаш, Туймазы, Саҡмағош һәм Шишмә райондары биләмәһендә дүртенсе класлы янғын хәүефе көтөлә.
Хәйбулла, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлетамаҡ һәм Федоровка райондарында бишенсе класлы янғын хәүефе фаразлана.
Башҡортостан биләмәһендә тәүлек эсендә дөйөм 4,9 гектар майҙанда 7 янғын сыҡҡан, бер тәүлектә дөйөм 364,6 гектар майҙанда 7 сығанаҡ һүндерелгән.
Бөрйән, Белорет һәм Әбйәлил райондары биләмәһендә дөйөм 2774,9 гектар майҙанда туғыҙ тәбиғәт янғыны дауам итә.
Быйыл янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып дөйөм 3898,89 гектар майҙанда 109 тәбиғәт янғыны сығанағы теркәлгән (уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда – 143 сығанаҡ, 34 сығанаҡҡа аҙыраҡ).
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: