-27 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
20 Июля 2020, 18:20

Төнгө сәғәттәрҙә ҡойма ямғыр көтөлә.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе йәшен, ҡойма ямғыр һәм көслө ел тураһында иҫкәртә

Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн кистән башлап һәм иртәгә, 21 июлдә, көн дауамында төбәктә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, төньяҡ-көнсығышта төнгө сәғәттәрҙә ҡойма ямғыр көтөлә.
Елдең тиҙлеге сеундына 3-8 метр, йәшен ваҡытында секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе ихтимал.
Һауа температураһы 20 июлдән 21-енә ҡарай төндә +13, +18, көндөҙ +24, +29 градус була, көньяҡ райондарҙа һауа +34 градусҡаса йылына.
Урыны менән көньяҡ райондарҙа ғәҙәттән тыш класлы янғын хәүефе һаҡлана.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в