+15 °С
Болотло
«Әлеге ваҡытта күп балалы хеҙмәткәрҙәргә өлкән балаһы 12 йәшкә еткәнсе отпуск алыу өсөн уңайлы ваҡыт һайлау хоҡуғы бирелә, – тип аңлатма бирҙе Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Ләкин 12 йәштә баланың хоҡуҡи статусы үҙгәрмәй. Ғаилә бала бәлиғ булғансы күп балалы тигән статусын һаҡлай. Был осорҙа ғаиләнең дәүләт билдәләгән хоҡуҡтар менән файҙаланыу мөмкинлеге булырға тейеш. Беҙ ошо льготаның көсөн оҙайтырға тәҡдим итәбеҙ».