-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июль 2020, 17:55

Был аҙнала ямғырлы һәм эҫе булмаған һауа торошо көтөлә

Синоптиктар һауа шарттарының боҙолоуын вәғәҙәләй.

Башҡортостанда был аҙнала ямғырлы һәм эҫе булмаған һауа торошо көтөлә.
Алдағы көндәрҙә синоптиктар һауа шарттарының боҙолоуын вәғәҙәләй.
22 һәм 23 июлдә ямғыр, урыны менән йәшен, көслө ҡойма ямғыр, урыны менән боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана. Күк күкрәгәндә елдең тиҙлеге секундына 17-22 метрға тиклем етеүе ихтимал. Төндә һәм иртән томан, күреү мөмкинлеге — 500-1000 метр. Һауа температураһы төндә 10-15 градус, урыны менән 9 градусҡаса, көндөҙ 19-25 градус булыуы көтөлә.
Киләһе аҙнаның башында ошондай һауа торошо һаҡлана.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: