+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2020, 11:25

Тағы бер бала һыу аҫтына киткән

Һәләк булған баланың атаһы тыуған көнөн билдәләгән

Бөгөн көндөҙгө өстә баш ҡаланың ҡотҡарыу хеҙмәттәренә Ағиҙелдә бала батып үлеүе тураһында хәбәр килә. Ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, был фажиғә Өфөнөң һыу инеү өсөн тәғәйәнләнмәгән ҡурҡыныс урынында була. Һүҙ “Ҡояшлы” пляжынан саҡ ҡына юғарыраҡ ер тураһында бара.
Асыҡланыуынса, ярҙа һәләк булған баланың атаһы тыуған көнөн билдәләгән. Унда балалар бик күп йыйылған.
“Өс бала һыу инергә төшкән. Ата-әсәләр белдереүенсә, улар балаларын күҙәтеп торған. Ниндәйҙер бер мәлдә балалар бата башлаған, өлкәндәр уларҙы ҡотҡарырға ташланған. Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икәүһен сығаралар, өсөнсөһөн, 11 йәшлеген, өлгөрмәйҙәр”, – тинеләр идаралыҡтың матбуғат хеҙмәтендә.
Саҡ ҡына һуңғараҡ водолаздар малайҙың кәүҙәһен һыуҙан сығара.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Көн һайын төрлө сығанаҡтарҙан ҡабатлап торһалар ҙа, һыуҙағы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлмәй. Балаларҙың ғүмере бер генә! Махсус тәғәйенләнгән урында ғына һыу инергә тип әйтелгән икән, тимәк шулай эшләргә кәрәк. Балаларҙан бер нисә секундҡа ғына күҙ яҙлыҡтырыу ҙа төҙәтеп булмаҫлыҡ бәләгә килтерә!
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: