+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2020, 18:55

Ауылды төлкө баҫҡан...

Ҡырағай йәнлектәр ҡош-ҡортто көнөн дә, төнөн дә урлай

Әлшәй районының Зеленый Клин ауылындағы тиҫтәләгән шәхси хужалыҡ төлкөләрҙең һөжүменән зыян күргән. Ҡырағай йәнлектәр ҡош-ҡортто көнөн дә, төнөн дә урлай, унан ҡотолоу сараһы юҡ, ти ауылдаштар.
Яландар ҡош-ҡорт ҡауырһындарынан ағарған. Халыҡ өсөн ҙур матди зыян был. Аптыраған көндән кешеләр ҡырағай йәнлектәрҙең өңөн туҙҙыра, тик бынан ғына уларҙың һаны кәмемәй. Үҙҙәрен хужа итеп тойған йәнлектәр йәшеренеп тә тормайынса ҡош-ҡортҡа һунар итә.
- Һыйыр һауып ултырғанымда, бер төлкө күҙ алдымда тауығымды эләктереп алып китте. Нисек уны ҡыуып тотаһың? Хатта көндөҙ ҙә тынғы юҡ уларҙан, - ти хужабикә Фәниә.
Халыҡ ҡаҙ-өйрәктәрен ихатаһында тоторға тырыша, әммә бының үҙ ауырлыҡтары бар. Көнө буйы уларҙы һаҡлап ултырып та булмай. Ауыл советында ла был хәлде яҡшы беләләр, тик әлегә төлкөләрҙән ҡотолоу әмәлен таба алмайҙар.
Фото: Bash.News.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: