-3 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2020, 15:05
Парктарҙа, туҡталыштарҙа һәм башҡа ял урындарында тәмәке тартыу тыйыла
Хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәрештәр тураһында закон көсөнә инде
Башҡортостанда йәшәүселәргә туҡталыштарҙа һәм парктарҙа тәмәке тартыу закон менән тыйылды. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәрештәр тураһында закон көсөнә инде, уға ярашлы, бының өсөн штраф — 500 һум, ҡабаттан боҙған осраҡта 1000 һум.
«Федераль ҡануниәт төбәктәргә тәмәке тартыу тыйылған өҫтәмә урындар билдәләргә мөмкинлек бирә. Күпселек төбәктәр күптән ошо хоҡуҡ менән файҙалана. Беҙ шул миҫалға эйәреп, үҙебеҙҙең сикләүҙәрҙе билдәләнек», — тип аңлатты Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Башҡортостан парламенты спикеры һүҙҙәренсә, һайлаусылар тәмәке тартыусыларға, айырыуса кальян төтәтергә яратыусыларға йыш зарланған.
Туҡталыш, парк, скверҙарҙан тыш, республикала ошо көндән үткәүелдәрҙә, ял итеү, туризм зоналарында, физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү урындарында, асыҡ һауала мәҙәни, театр-концерт, спорт, ижтимағи-сәйәси саралар уҙғарған ваҡытта тәмәке тартыу тыйылды.
https://
www.bashinform.ru/news/1475878-v-bashkirii-zapretili-kurenie-v-parkakh-na-ostanovkakh-i-v-drugikh-zonakh-otdykha/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы
,
тәмәке тартыу
,
штраф
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?