Республикала туризм әүҙемләшә. Быйыл күптәр үҙҙәре өсөн тыуған төйәк тәбиғәтенең матурлығын аса. Яҡшы ял итеү өсөн мотлаҡ сит илдәргә, диңгеҙ буйҙарына һәм билдәле курорттарға йөрөргә тимәгән. Ошоно иҫәптә тотоп, беҙ республиканың үҙаллы барыу мөмкин булған иҫтәлекле, матур урындары тураһында мәғлүмәт әҙерләнек. Хәйерле сәфәрҙәр һеҙгә!
150 саҡрымға һуҙылған һыуһаҡлағыс, уның ярҙарында палатка ҡороп ял итергә мөмкин.
GPS координаталары: 55.5279, 56.6494.
Район: Ҡариҙел, Нуриман, Благовещен.
Успение Изге-Георгий монастыры Павловка һыуһаҡлағысына илткән юлда ирҙәр монастыры урынлашҡан. Бында ХХ быуат башының ҡыҙыҡлы архитектураһы һаҡланған. Кибеттә саҙаҡа өсөн монастырь икмәге алырға мөмкин.
GPS координаталары: 55.4092, 56.3580.
Тарихи үҙәк мөхитен һаҡлаған боронғо сауҙагәрҙәр ҡалаһы. Мотлаҡ крайҙы өйрәнеү музейын, үҙәк майҙандағы ғибәҙәтхананы һәм ҡатын-ҡыҙҙар монастырын ҡарағыҙ.
GPS координаталары: 55.4175, 55.5307.
Рәсәйҙәге иң ҡеүәтле һыу сығанағы, донъя буйынса – икенсе урында! Һыу ағымы йәһәтенән Франциялағы Фонтен-де-Воклюз сығанағынан ғына ҡалыша. Шишмәнең һыуы йылдың бөтә миҙгелендә лә +5 градус тәшкил итә.
GPS координаталары: 55.3788, 56.6811.
Рәсәйҙә һәм БДБ-ла бөтә донъя ЮНЕСКО селтәренә индерелгән тәүге парк. Бында Мәсетле киҫелешен – һуңғы йөҙ миллион йыл дауамында ерҙең барлыҡҡа килеүен күрһәткән асыҡ ҡаяны, Салауат Юлаев йәшенгән Иҙрис мәмерйәһен, итәгендәге ярыҡтарҙан һәр ваҡыт йылы быу күтәрелгән Янғантауҙы күрергә мөмкин.
GPS координаталары: 55.3010, 58.1400.
Ҙур булмаған (яҡынса 400 квадрат метр), сынаяҡ аҫтына оҡшаған, йәйге эҫе көндәрҙә лә һалҡын һыулы күл.
GPS координаталары: 54.3557, 55.8740.
Йыл әйләнәһенә эшләгән тәбиғи парк. Уның үҙәге – Башҡортостандың иң ҙур күлдәренең береһе. Балыҡҡа бай.
GPS координаталары: 54.4979, 54.0638.
Тағы ла бер матур күлдәрҙең береһе. Ҡайһы берҙә уны башҡорт диңгеҙе тип тә атайҙар, сөнки һыуы бер аҙ тоҙло.
GPS координаталары: 54.3143, 54.5768.
Оҙонлоғо 104 метрға тиң боҙлоҡ-мәмерйә. Унда мәңгелек туңлыҡ һаҡлана. Эсендә бейеклеге унар метрға еткән боҙ сталагмиттар бар.
GPS координаталары: 54.2356, 56.9006.
Бер нисә саҡрымға һуҙылған тау теҙмәһе. Ситтән ҡарағанда фантастик фильм кадрҙарын да, ташҡа әйләнгән аждаһаны ла хәтерләтә.
GPS координаталары: 54.2500, 58.3594.
Бейеклеге буйынса республикала икенсе урында һаналған тау – 1582 метр. Түбәһендә һәр саҡ ҡар ята. Учалы һәм Белорет райондары тәңгәленән менергә мөмкин.
GPS координаталары: 54.5333, 58.8388.
Тау итәгендә изге сығанаҡ урынлашҡан. Уның һыуын алырға бөтә тирә-яҡтан киләләр. Сығанаҡтағы һыуҙың шифаһын ғалимдар ҙа раҫлаған.
Өфөнән: 360-470 км (ҡайһы юлдан барыуға ҡарап, урауыраҡ юл – тынысыраҡ).
GPS координаталары: 54.7265, 59.6879.
Башҡортостандың иң матур күлдәренең береһе. Легендаға ярашлы, бында ошо урындан алыҫ булмаған ғибәҙәтхананың алтын ҡыңғырауҙарын күмгәндәр. Имеш, төндәрен күл буйында уларҙың сыңлауын ишетергә мөмкин.
GPS координаталары: 54.6758, 59.6084.
Белорет районының һоҡланғыс урыны. Тауға балалар менән менеү ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай. Тау башынан Белорет ҡалаһына, Көньяҡ Уралдың иң бейек нөктәһе – Ямантауға, Оло Шылым һәм Ирәмәл тауына хозур күренештәр асыла.
GPS координаталары: 54.0225, 58.2902.
Бронза быуат музей-ҡурсаулығы, уны «башҡорт Стоунхенджы» тип тә атайҙар. Ғалимдар әлегә тиклем был урындың серен асып бөтмәгән: ул боронғо йола комплексымы, әллә йондоҙҙарҙы күҙәтеү өсөн тәғәйенләнгән обсерваториямы?
GPS координаталары: 54.1923, 59.5731.
Диндарҙарға Изге Ана Табын иконаһы күренгән урын булараҡ билдәле, шулай уҡ шифалы сығанаҡтары менән дан алған курорт.
GPS координаталары: 53.927375, 56.525288.
230 миллион йылдан ашыу элек барлыҡҡа килгән боронғо мәрйен рифы. Итәге ярайһы уҡ текә генә, әммә менеүе ауыр түгел.
GPS координаталары: 53.555045, 56.098705
Уралдағы иң билдәле мәмерйә. Палеолит эпохаһында йәшәгән тәүтормош кешеләренең ташҡа төшөргән һүрәттәре менән данлыҡлы. Мәмерйәгә барған юлда бал музейы, тәүтормош кешеһенең туҡталҡаһы һәм мамонт һыны менән танышырға мөмкин.
GPS координаталары: 53.0780, 57.0487.
«Башҡортостан» милли паркы биләмәһендәге һыуһаҡлағыс. Бында палатка ҡороп ял итеү өсөн матур урындар етерлек.
GPS координаталары: 53.0828, 56.4707.
Башҡортостандың көньяҡ өлөшөндәге тәбиғи парк. Уның биләмәһендә төрлө ҙурлыҡтағы 46 мәмерйә урынлашҡан. Альпинистар, туристар һәм фотографтар өсөн ожмахҡа тиң урын.
GPS координаталары: 52.5762, 56.8597.
XIX быуатта төҙөлгән Николай ғибәҙәтханаһы менән билдәле боронғо сауҙагәрҙәр ауылы. Бында Кама йылғаһына хозур күренештәр асыла.
GPS координаталары: 56.1314, 54.1488.
GPS координаталар менән нисек ҡулланырға?
Үҙегеҙгә кәрәкле урынды табыу өсөн уның координаталарын GPS-навигаторға индерегеҙ. Әгәр айырым ҡорамалығыҙ булмаһа, телефонға бушлай вариантын, мәҫәлән, Яндекс.Навигатор йәки Гугл.Карты тигәндәрен күсереп алырға мөмкин.