+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июль 2020, 11:50

“Иван Грен” карабындағы байрам сараларында ҡатнашасаҡтар

“Иван Грен” – Рәсәйҙең Төньяҡ флотҡа ҡараған ҙур десант карабы.

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Хәрби-Диңгеҙ флоты көнөн шефлыҡҡа алынған “Иван Грен” карабында ҡаршы аласаҡ.
26 июлдә Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флоты үҙенең 324 йыллығын билдәләйәсәк. Республикабыҙ делегацияһы Төньяҡ флоттың “Иван Грен” ҙур десант карабы бортында үткәреләсәк байрам сараһында ҡатнашасаҡ. Әйткәндәй, быйыл февралдә ошо карап менән шефлыҡ бәйләнештәре барлыҡҡа килгәйне.
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры рәйесе Ирек Сәғитов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы составында сараға республиканың “Витязь” диңгеҙ пехотасылары төбәк ижтимағи ойошмаһы рәйесе Олег Ғәлин, “Витязь-Юниор” диңгеҙ пехотасылары хәрби-илһөйәрлек клубы кадеттары Антон Целишев һәм Дмитрий Велижанин юлланасаҡ.
Башҡортостан вәкилдәре Хәрби-диңгеҙ флоты көнөнә арналған митингта, тантана сараларында, хәрби-спорт байрамында ҡатнашасаҡ, карап экипажы һәм ветерандар менән осрашасаҡ, Североморскиҙың иҫтәлекле урындарында буласаҡ һәм “К-21” һыу аҫты кәмәһен ҡараясаҡ. Хәрби-спорт байрамында Төньяҡ флот ҡарамағындағы барыһы 28 карап, һыу аҫты кәмәһе ҡатнашасаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: быйыл 23 февралдә Республика йортонда Башҡортостан “Иван Грен” десант карабы менән килешеү нигеҙендә шефлыҡ бәйләнештәрен булдырғайны. Был документҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм карап командиры, икенсе ранг капитаны Андрей Жарков ҡул ҡуйғайны.
Килешеүгә ярашлы, република лайыҡлы кандидаттарҙы һайлауға һәм хәрбиҙәрҙе контракт буйынса карапта хеҙмәт итеүгә йүнәлтеүгә, Башҡортостандың ижади коллективтары сығыштарын ойоштороуға, көнкүреш, сәләмәтләндереү һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, экипаж ҡатнашлығында предприятиеларҙа һәм уҡыу йорттарында хәрби-илһөйәрлек эшен ойоштороуға булышлыҡ итәсәк.
“Иван Грен” – Рәсәйҙең Төньяҡ флотҡа ҡараған ҙур десант карабы. Ул Ленинградтың диңгеҙ оборонаһы артиллерияһы, СССР Хәрби-диңгеҙ флотының Хәрби әҙерлек идаралығы начальнигы, хәрби ғалим-артиллерист вице-адмирал Иван Иванович Грен исмен йөрөтә.
2018 йылдың 20 июнендә карап флотҡа тапшырылған һәм уның әләме күтәрелгән.
Фото: postila.ru
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: