Кисә Салауат районында ҡот осҡос авария була. Һамар-Өфө-Силәбе юл трассаһының 1617-се километрында "Chery Tiggo" автомобиле менән "MAN" йөк машинаһы бәрелешә. Ҡаты бәрелешеүҙән еңел автомобилгә идара иткән 60 йәшлек водитель ваҡиға урында йән бирә. Йөк машинаһы руле артында Октябрьский ҡалаһынан 36 йәшлек водитель була.
Кисәге тәүлек әйләнәһенә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле 3000-дән ашыу осраҡ теркәлгән, 17 юл-транспорт фажиғәһе асыҡланған, спиртлы эсемлек эскән килеш рулгә ултырған 87 водитель туҡтатылған, аварияла ике кеше вафат булған, 21-е төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Юлдарҙа һаҡ булайыҡ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: республика ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте.