+12 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
28 Июля 2020, 12:10

Эҫе һауа торошо әйләнеп ҡайта

Алдағы көндәрҙә 28 градусҡаса йылыта

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда 28 градусҡаса йылыта, тип хәбәр итте республика синоптиктары.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, шишәмбе урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел төньяҡтан талғын, йәшен ваҡытында киҫкен.
Һауа температураһы көндөҙ — 21-26 градус.
Шаршамбы синоптиктар урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлай. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, киҫкен.
Һауа температураһы төндә —11-16 градус, республиканың көнсығышында 6 градусҡа тиклем. Көндөҙ — 23-28 градус.
Кесаҙна көндө лә Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, йәшен йәшнәй. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, киҫкен.
Һауа температураһы төндә — 11-16 градус, республиканың көнсығышында 6 градусҡа тиклем. Көндөҙ — 23-28 градус.
Галина Бахшиева
Читайте нас в