+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 11:40

Кирилл бейегән Ф. Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле бар сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алырға булған

Йәмәғәтселектән аҡса йыйыу кәрәкмәй.

Ял көндәрендә Санкт-Петербург ҡалаһында яҡташыбыҙ, Ф. Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Кирилл Антроповтың фажиғәле һәләк булыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Егет был ҡалала ялда булған. Үлеменең сәбәбе – ул бейеклектән ҡолап төшкән. Әлеге ваҡытта бының нисек килеп сығыуын тәфтишселәр тикшерә.
Әлегә Кирилдың туғандарын икенсе мөһим мәсьәлә борсой – кәүҙәне нисек тыуған яғына алып ҡайтырға. Беренсенән, был бик ҙур сығым талап итһә, икенсенән, коронавирус инфекцияһы ла тотҡарлыҡ тыуҙырыуы ихтимал.
Билдәле булыуынса, егеттең әсәһе әле Санкт-Петербургҡа осҡан. Тәүҙә Кирилдың апаһы Ольга ҡустыһын тыуған яғына алып ҡайтыр өсөн аҡса йыйырға ярҙам һорағайны. Яҡынса, кәүҙәне самолетта алып ҡайтыу 65 мең һум тәшкил итә. Бынан тыш табут, кәүҙәне бальзамлау, документтар әҙерләү һәм аэропортҡа тиклем килтереп еткереү ҙә сығымдар талап итә.
Бейеүсенең яҡындары аҡса йыя башлағайны. Әммә бөгөн шундай мәғлүмәт билдәле булды – Кирилл бейегән Ф. Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле бар сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алырға булған. Ансамблдең мәғлүмәт бүлеге начальнигы Элиза Сынбулатова хәбәр итеүенсә, кәүҙәне ҡасан алып ҡайтыуҙары билдәле түгел, сөнки әле тәфтиш эштәре алып барыла. Тик уның һүҙҙәренсә, аҡса йыйыу талап ителмәй.
“Йәмәғәтселектән аҡса йыйыу кәрәкмәй. Ансамбль дирекцияһы ғаилә һәм тәфтишселәр менән даими бәйләнештә. Уның нилектән вафат булғаны әлегә билдәле түгел, тикшереү бара. Әле Кирилдың әсәһе урында”, – тине ул.
Фото: Башинформ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: