-8 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
28 Июля 2020, 12:45

Яңы коронавирус инфекцияһын дауалау өсөн дарыуҙар ике айға етерлек

Максим Забелин һүҙҙәренсә, проблемалар юҡ.

Башҡортостанда 100 мең кешегә 163,1 кеше яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторған. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, бөгөн төбәктә сирлеләр өсөн стационарҙарҙа койка фондының 43% буш.
«Коронавирусты дауалау өсөн кәрәкле дарыуҙар, шәхси һаҡланыу, дезинфекциялау саралары запасы ике айға етерлек», — тип белдерҙе ведомство етәксеһе.
Һуңынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров министрҙан медицина препараттарын һатып алыуҙы финанслауға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү тураһында һораны. Максим Забелин һүҙҙәренсә, проблемалар юҡ.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе бөгөн Өфө эргәһендәге яңы инфекция үҙәгендә (Зубов ауылында) булған 340 койканың 302-еһендә сирлеләр ятыуын, 28 кеше интенсив терапия бүлегендә дауаланыуын әйтте.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас в