Башҡортостан Рәсәйҙә турист-рекреация кластерҙарын булдырыу һәм экотуризмды үҫтереү өсөн федераль конкурстың финалсылары иҫәбенә инде. Был хаҡта 28 июлдә Рәсәй Федерацияһы Президентының тәбиғәтте һаҡлау, экология һәм транспорт эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле Сергей Иванов етәкселегендәге конкурс комиссияһы ултырышы һөҙөмтәләре буйынса
билдәле булды.