-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2020, 15:40

1 августан республика пенсионерҙарының пенсияһы арттырыла

Пенсия ғәҙәти график буйынса — 3 августан 24-енә тиклем таратыла

1 августан эшләп йөрөгән пенсионерҙар арттырылған пенсия ала башлай, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенән.
«Ҡартлыҡ, инвалидлыҡ, ҡараусыһын юғалтыу осрағы буйынса страховка пенсияһын алыусылар страховка пенсияһын яңынан иҫәпләтергә хоҡуҡлы. Был ғаризаһыҙ тәртиптә башҡарыла. Өҫтәмәнең күләме индивидуаль һәм эшләү осорона, эш биреүселәрҙән килгән страховка взностары суммаһына бәйле. Республиканың 248 мең пенсионеры яңы күләмдә пенсия ала башлай. Түләүгә сығымдарҙы финанслау тулы күләмдә тәьмин ителгән», — тип белдерҙеләр Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.
Пенсия почта бүлексәләрендә ғәҙәти график буйынса — 3 августан 24-енә тиклем таратыла. Кредит ойошмаларына пенсия килешеүҙә билдәләнгән ваҡытта күсерелә.
Галина Бахшиева
Читайте нас: