+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2020, 18:20

Ҡыярҙар ниңә ҡыйыш булып үҫә?

Төндәр һыуытыу менән дә ҡыярҙың формаһы үҙгәрә.


Ҡышҡыһын картуф бешереп, тоҙланған ҡыяр асып ебәрһәң... Их, тәмле була. Ҡыяр тоҙлау өсөн хужабикәләр бер оҙонлоҡта, төҙ һәм матур ғына йәшелсәне һайлай. Тик, ҡай саҡ түтәлдәрҙә груша формаһындағы, йәки бөгөлгән, гантель формаһындағылары үҫә. Бындай йәшелсә уңышы алмаҫ өсөн нимә эшләргә? Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе Гөлиә Дәүләтҡолованан һорайыҡ әле.
- Баҡсағыҙҙа бындай йәшелсә үҫеп сыҡһа, тимәк тәү сиратта уларға ниндәйҙер микроэлементтар етмәй. Ҡыярға күпселек осраҡта калий һәм азот етмәй. Йәйҙең уртаһында был айырыуса һиҙелә. Төндәр һыуытыу менән дә ҡыярҙың формаһы үҙгәрә.
Калий етмәгәндә ҡыярҙың төҫө һарғая, улар груша формаһын ала. Шул уҡ ваҡытта ҡыярҙың япраҡтары ла эскә ҡарай бөрөшә башлай, уларҙа таптар барлыҡҡа килә. Хәлде яҡшыртыр өсөн үҫемлектәрҙе калий тоҙо менән һиптерергә (25 – 30 граммды 10 литр һыуҙа иретеп), дүрт көндән түтәлгә һәйбәт итеп һыу ҡойорға кәрәк. Бынан тыш көлтоноҡ менән һыу һибеү ҙә һәйбәт ярҙам итер. Бының өсөн 500 грамм көлдө 10 литр һыу менән болғап, бер тәүлек тотҡас, үҫентегә ҡойорға. Бер үҫентегә бер литр самаһы етә.
Ҡыяр аҡһыл-йәшел төҫкә инеп, формаһы кишерҙе хәтерләтһә, уны мочевина менән эшкәртергә кәңәш итәм. 5 грамды 1 литр һыуҙа иретеп, һиптереп сығығыҙ.

Ҡыярҙарға дөрөҫ итеп һыу һипмәү ҙә, уларҙың формаһы үҙгәреүгә килтереүе ихтимал. Һыуҙың температураһы 25 – 28 градус йылы булғанда, улар үҙҙәрен һәйбәт тоя. Һыуҙы 2 – 3 көнгә бер тапҡыр һибеп торорға кәрәк. Август уртаһынан киреһенсә, 1 аҙнаға бер тапҡыр һыу һибеү ҙә етә.
Тағы бер сәбәп – ҡыярҙы йыл да бер урынға ултыртыу. Был йәшелсәне кәбеҫтә, помидор, картуф, сөгөлдөр, борсаҡтан һуң ултыртыу һәйбәт, - тип кәңәш итә Гөлиә.
Тағы ла ҡыярҙың уңышын ике – өс көн һайын йыйып торорға кәрәк. Был уңыштың сифатына ла, күләменә лә ҙур йоғонто яһай.
Читайте нас: