+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Июль 2020, 22:45

Һандар тынысланырға ирек бирмәй

Сирҙе йоҡторғандар 34-кә артҡан

Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда эпидемиологик хәл нисек? Стопкоронавирус.рф сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда сирҙе йоҡторғандар йәнә 34-кә артҡан, шулай итеп, коронавирус диагнозы раҫланғандар һаны 6 745 кеше тәшкил итте.
Пандемия башланғандан алып республикала 5 173 ауырыу һауыҡҡан, һуңғы тәүлектә - 88 кеше. Вафат булыу осраҡтары тураһында хәбәр ителмәй. Рәсми теркәлгән үлем осраҡтары әүәлгесә – 22 кеше.
Рәсәйҙә тағы ла вирусты йоҡторған 5 482 ауырыу теркәлгән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 161 ауырыу вафат булған. Сир менән зарарланғандар һаны, шулай итеп, 839 981-гә етте, 13 963 пациент һәләк булды.
Сир тиҙ генә сигенергә уйламай, унан ҡотолоу өсөн барыбыҙҙың тырышлығы кәрәк. Ҡулдан килгән сараларҙы үтәү ҙә - битлек режимын, санитария-гигиена ҡағиҙәләрен теүәл башҡарыу ҙа сир таралыуына кәртә ҡуясаҡ. Иҫән-һау булайыҡ!
Фото:GTRK
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: