Бындай профилактик сараларҙы ҡотҡарыусылар көн һайын ойоштора. Халыҡҡа иҫкәртмәләр тапшырыла, аңлатыу эштәре алып барыла, көнөнә 3 тапҡыр мегафондан хәүефһеҙлек кәңәштәре бирелә. Тикшереүҙәр даими рәүештә үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, ярамаған урындарҙа һыу инергә теләүселәр, хәүефһеҙлек сараларын үтәмәй балыҡ тотоусылар һаны кәмемәй.