-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Июль 2020, 23:15

Дәүләкән ҡалаһы Коммунистик урамында йәшәүселәр урындағы күңел асыу ойошмаһын ябыу яҡлы

Тәҙрә телевизор урынына

Һуғыш яланындағы кеүек. Дәүләкән ҡалаһы Коммунистик урамында йәшәүселәр урындағы күңел асыу учреждениеһы эшмәкәрлеген туҡтатыу яҡлы. Төнгө ваҡытта кафе-бар янынан йәштәр өҙөлмәй. Һөҙөмтәлә музыканың көслө тауышы, фар яҡтылығы аҫтында тыныс йоҡлау мөмкин түгел. Ике яҡ араһында барлыҡҡа килгән низағ хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.
Тәҙрә телевизор урынына. Йома кисенән дүшәмбе иртәһенә тиклем боевик күрһәтәләрме ни – ихата алдында йәштәр талаша, бер береһенә ҡул күтәрә. Лүзә Ғәлимәрҙәнова билдәләүенсә, бәлә башы – урындағы кафе-барҙа. Күңел асыу үҙәге ҡаршыһында йәшәгәс, тыныс тормоштоң тәмен дә белеп булмай, йоҡоһоҙ төндәр үткәрергә тура килә. Ҡолаҡ төбөндә - музыка тауышы.
Дәүләкән ҡалаһының Коммунистик урамында шәхси йорттар урынлашҡан, урындағы халыҡ бер һүҙҙән кафе-бар эшмәкәрлегенә ҡаршы. Төнгө ваҡытта музыка яңғырай. Күңел асыу учреждениеһынан ғына түгел, биләмәлә автомобилдәр туҡтап – сабвуберҙарын ҡуя.
Һәр иртә ихата алдында бер үк күренеш - шешәләр өйөмө, тәмәке төпсөктәре. Был сүп-сар – йәштәрҙең күңел асыу эҙемтәһе.
Кафе-бар директоры Вероника Карташова граждандарҙың төнгө тынлығын боҙған өсөн бер нисә тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Әңгәмә барышында ул етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү йүнәлешендә эшләүен билдәләне. Әйтәйек, музыка тауышы урамға ишетелмәһен өсөн стена киңлеге бер метрға тиклем киңәйтелгән
Стенаны киңәйткәнгә тиклем, урамға музыка тауышы, ысынлап та, ишетелә ине. Шуға былтыр 150 мең һумға төҙөлөш эштәрен башҡарҙыҡ. Халыҡҡа килтерелгән уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенәбеҙ. Уларҙың тыныслығын боҙмау йүнәлешендә эшләйәсәкбеҙ
Вероника Карташова, кафе-бар директоры
Кафе-бар эшмәкәрлеге менән яҡындан танышыу мөмкинлеге бирелде. Бында спиртлы эсемлектәр менән сауҙа ойошторолған, күреүегеҙсә, кальян да тәҡдим ителә. Бейеү майҙаны ла ҙур.
Бина эсендә көслө музыка яңғырай, яҡындағы йорттарға тиклем ул ишетеләме- тикшереп ҡарарға булдыҡ.
Ике яҡ араһында барлыҡҡа килгән низағтың иге-сиге күренмәй. Урындағы халыҡ поезд, трасса тауышына күнеккән, уларҙы музыканан да бигерәк биләмәлә йәштәрҙең йыйылып, эскегә мауығыуы, тауыш ҡуптарыуы борсой. Төнгө тынлыҡтары боҙолғас, полицияға ла күп мөрәжәғәттәр ебәрелә. Эшҡыуар билдәләүенсә, әлегә күңел асыу урынын үҙгәртеү планлаштырылмай.
Күп ялыуҙарҙан һуң эшҡыуар учреждениеға инеү урынын үҙгәртә, бер ай элек бында күңел асырға теләүселәргә бинаның артҡы яғынан ишек асыла. Әммә урындағы халыҡ билдәләүенсә, был проблеманы хәл итеү юлы түгел, улар кафе – барҙың эшмәкәрдеген тулыһынса туҡтатыу яҡлы.
Әле биләмәлә ҡырсынташ түшәлә, парковка урындары булдырыла. Халыҡ был башланғысҡа ла ҡаршы сығып, прокуратура,хоҡуҡ һағындағыларға мөрәжәғәт итергә йыйына. Шул уҡ ваҡытта Лүзә Ғәмәлетдинова байрам көндәре етеүгә борсола. Тәҙрәләрҙе көпләп ҡуйырға ваҡыт.
Майҙанда күңел асыуҙар туҡтар тимә, урындағы халыҡ ун йылдан ашыу инде йәштәрҙең байрамын күҙәтә.
Гөлназ Хәйбуллина.
Читайте нас: