Үткән аҙна әллә ни эҫе көндәре менән ҡыуандырмаһа ла, һыуға батҡандар булды. Статистика мәғлүмәттәре менән Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә барышында республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров таныштырҙы.
Шулай, үткән аҙнаның ете көнө эсендә Башҡортостан һыу ятҡылыҡтарынан дүрт кешенең кәүҙәһе сығарылған. Тағы ике кешенең үлгәне билдәле, тик уларҙың кәүҙәһе табылмаған. Ике осраҡта ла кешеләр күперҙән һыуға һикергән һәм һәләк булған. Бер осраҡ Салауат ҡалаһында, икенсеһе Өфөлә булған.
Өфөләге осраҡ буйынса хәбәр иткәйнек. Унда Ташкисеү янындағы автомобиль күперенән 16 йәшлек үҫмер Ҡариҙелгә һикергәйне. Дуҫтары белдереүенсә, ул үҙен шәп итеп күрһәтмәксе булған...
Шулай уҡ Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, ҡотҡарыусылар ете кешенең ғүмерен ҡотҡарыуға өлгәшкән.
Быға тиклем һыуға батыу буйынса һандар ҡот осҡос ине. Бер аҙнала 40, кеше батҡан ваҡыттар булды. Йәй әле һаман дауам итә, шуға күрә һыуҙағы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында оноторға ярамай. Бары тик тәғәйенләнгән урындарҙа һыу инергә һәм һыуға иҫерек килеш төшмәҫкә кәрәк. Шулай уҡ балаларҙы яңғыҙҙарын һыу буйына ебәрмәгеҙ.