Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Вишневский исемендәге хирургия ил күләм медицина тикшеренеү үҙәгенең абдоминаль хирургия бүлеге мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор Андрей Кригер көнбағыш ашау аппендицит барлыҡҡа килеүгә сәбәп була алмай, тип белдергән. Был хаҡта РИА Новости агентлығы хәбәр итә.
«Көнбағыш һәм аппендициттың бер-береһенә бер ниндәй ҡатнашлығы юҡ», — тигән ул. Уның һүҙҙәренсә, бөгөн әлеге ауырыу барлыҡҡа килеү ҡурҡынысын тыуҙырыусы факторҙар билдәле түгел.
Табип әйтеүенсә, был сир күбеһенсә оло йәштәге кешеләрҙә осрай, шул уҡ ваҡытта уны йыш ҡына гинекология ауырыуҙары менән бутайҙар. Аппендицитты антибиотиктар менән дауалап булмай: әгәр диагноз дөрөҫ ҡуйылған икән, операция яһарға кәрәк.
«Аппендицит — түҙә алмаҫлыҡ ҡаты ауырыу, тигән фекер киң таралған. Был дөрөҫ түгел. Әгәр ҡорһаҡта бысаҡ менән киҫкән кеүек, түҙеп булмаҫлыҡ ауыртыу барлыҡҡа килгән икән, был йыш ҡына сәнсеү йәки енес органы перфорацияһы булырға мөмкин», — тип аңлата белгес.
Аппендициттың классик симптомдары – ҡорһаҡтың өҫтөндә йәки бөтә ҡорһаҡта ауыртыу барлыҡҡа килеү, уҡшытыу һәм ауыртыуҙың бер нисә сәғәттән һуң ҡорһаҡтың уң яғында аҫҡы өлөшкә күсеүе. Әммә үҙ-үҙеңә диагноз ҡуйыу менән шөғөлләнергә ярамай – табипҡа күренергә кәрәк.