0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2020, 16:30

Өләсәй менән олатайҙың йөҙөн һынландырып

Ике йыл эсендә Рима ете ҡурсаҡ яһаған.

Йәки милли мәҙәниәтебеҙҙе нисек һаҡлап ҡалырға
Беҙҙең ҡалала йәшәүсе Рима Филатова үҙе өсөн ҡыҙыҡлы шөғөл тапҡан, һуңғы йылдарҙа барлыҡ буш ваҡытын шуға арнай. Ул башҡорт милли кейемендәге ҡурсаҡтар яһай.
Рима һатыусы булып эшләгән канцелярия тауарҙары магазинында ассортиментта һәр саҡ полимер балсыҡ була. Һатып алыусылар менән һөйләшкәндә һатыусы уны нисек ҡулланыуҙары менән ҡыҙыҡһына. Баҡтиһәң, уны бәләкәй биҙәүестәр, миниатюр скульптуралар һәм деталдәр яһау өсөн ҡулланып була икән. Һатыусыны был бик ҡыҙыҡтыра. Магазинға килгән кешеләр сауҙа хеҙмәткәренең уларҙың шөғөлө менән ҡыҙыҡһыныуын белеп, үҙҙәре яһаған әйберҙәрҙе күрһәтергә алып киләләр. Уға ҡулдан яһалған ҡурсаҡтар айырыуса оҡшай.
Яйлап үҙе лә эшләп ҡарарға батырсылыҡ итә. Ҡурсаҡтар яһау технологияһын ентекле өйрәнеп, күп яңылыҡтар индерә. Бер ҡурсаҡ яһауға бер айға яҡын самаһы ваҡыт талап ителә.
Тәүҙә полимер балсыҡтан ҡурсаҡтың башын, кәүҙәһен әүәләргә кәрәк, бында бөтә пропорцияларҙы аныҡ күҙәтеүҙә тотоу мөһим. Был бик нәзәкәтле һәм күп тырышлыҡ талап итә торған эш. Буласаҡ ҡурсаҡтың йөҙө тейешле эмоцияға инһен өсөн һәр һырҙы еренә еткереп эшләргә кәрәк. Артабан балсыҡ һын духовкала юғары эҫелектә киптерелә, шунан ул ҡаты керамикаға әйләнә һәм буярға әҙер була.
Киләһе этап – сымдан ҡурсаҡтың кәүҙәһен эшләү. Ғәҙәти мамыҡ һәм йомшаҡ туҡымалар ярҙамында яһаласаҡ ҡурсаҡтың ниндәй ҙурлыҡта буласағын тоҫмалларға була. Унан инде Риманың иң яратҡан эше башлана – костюм тегеү. Мотлаҡ башҡорт кейеме. Ул өләсәһе менән олатаһы кейгән һымаҡ кейемдәр булырға тейеш. Уның бала сағы Әлшәй районының Яңы Сәпәш ауылында үтә. Ҡыҙҙың хәтерендә бәләкәйҙән үк ошо ауылда йә-шәүселәрҙең милли һыҙаттары һаҡланып ҡалған. Күп йылдарҙан һуң улар ижади эштә сағылыш таба.
Кейемдәре уйланылғанса килеп сыҡһын, ҡурсаҡтар матур булһын өсөн Рима башҡорт милли кейеменең үҙенсәлектәрен ентекле өйрәнә, уларҙы тегеү серҙәренә төшөнә.
Ике йыл эсендә Рима ете ҡурсаҡ яһаған. Улар араһында хужа Насретдин, башҡорт һылыуы, ҡурай тартҡан егет, бейеүсе ҡыҙ, төпкөл ауылда, ябай ауыл өйөндә гәзит уҡып ултырған әбей менән бабай – автор үҙенең өләсәһе менән олатаһын тап шулай итеп иҫендә ҡалдырған. Уның ҡурсаҡтары күңелсәк, изге күңелле, тормошто яратыусан. Бар күңелен һалып эшләгән оҫта уларҙы гел йылмайыусан, алсаҡ итә, шуға уның персонаждары кәйефте күтәрә.
Әлеге ваҡытта Рима ханым ҡырағай бал ҡорттарының балын йыйыусы ҡурсаҡ яһау менән мәшғүл. Ҡурсаҡтың кәүҙәһе әҙер, костюм тегәһе һәм аксессуарҙарын эшләйһе бар. Оҫтаның уй-хыялдары күп. Рима Ғәли ҡыҙы район музейында милли костюмдарҙағы ҡурсаҡтар күргәҙмәһен ойошторорға хыяллана. Кешеләрҙең фекерен белеү, танылыу яулау эш башлаусы оҫта өсөн айырыуса мөһим.
Сергей Чиков.
Автор фотолары.
Читайте нас: