+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 11:45

Башҡортостанда хоспис төҙөлөшөнә аҡса йыйыу башланды

Өфө янында “Мега” сауҙа үҙәге артында төҙөлә.

Медицина ойошмаһы Өфө янында “Мега” сауҙа үҙәге артында төҙөлә. Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса хоспис төҙөлөшө өсөн иғәнә йыйыла. Бина 800 миллион һумға баһалана.
Бөгөнгә 18 миллион һум йыйылған. Был аҡсаға проект әҙерләнгән һәм хосписҡа нигеҙ һалына. Бөтә донъяла хоспис төҙөлөшө өсөн иғәнә йыйыу тәжрибәһе ҡулланыла. “Әле республикала 2 миллиондан ашыу кеше эшләп йөрөй. Һәр кем 400 һум аҡса күсерһә, төҙөлөш өсөн етерлек йыйыласаҡ”, - тип белдерәләр “Өфө хосписы” башҡарма комитетынан. Хосписта ауыр хәлдәге һәм дауалап булмаған сирҙән яфаланған пациенттарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә.
#хоспис #уфа
Читайте нас: