+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 18:00

Башҡортостанда медицина үҙәктәре асыла

Бөгөн, 7 августа, Өфөлә Республика онкология диспансерының яңы корпусы асылды.

Сарала Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Олег Гриднев, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Баш онкологы, Радиология ғилми-медицина тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры Андрей Каприн һәм башҡалар ҡатнашты.
– Был корпустың асылыуын бик оҙаҡ көттөк. Уны айырым бер күңел торошо менән сафҡа индерҙек, сөнки барыһы ла, бигерәк тә табиптар был сирҙең шул тиклем аяуһыҙ булыуын, киң таралыуын һәм XXI быуаттың афәте икәнлеген белә. Шуға, әлбиттә, барыбыҙ ҙа онкологик сирлеләр өсөн шарттарҙы яҡшыртырға кәрәк икәнлекте аңлай инек, – тине Радий Хәбиров. – Бына бөгөн ошо корпустың, поликлиниканың һәм стационарҙың файҙаланыуға тапшырылыуы был сир арҡаһында һыҙланыу-ауыртыныуҙар кисергәндәргә етди өмөт бирә. Әммә был ғына барыбер аҙ, шуға бар пациенттар ҙа Өфөгә йөрөмәһен өсөн райондарҙа онкологик үҙәктәрҙе сафҡа индереү өҫтөндә эшләйбеҙ. Бюджет пандемия арҡаһында ныҡ ҡына зыян күрһә лә, быйыл балалар онкологияһын төҙөү эшен башлау хаҡында ҡарар ҡабул иттек.
Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Олег Гриднев пандемия осоронда ла онкологик сирлеләрҙе дауалауҙың туҡтамауы хаҡында белдерҙе. “Пандемия китер, ә бына халыҡтың үлеменә төп сәбәп булған йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкологик ауырыуҙар ҡалыр. Тотош ил буйынса инфекцион дауаханалар асылһа, Башҡортостанда ғына инфекцион да, онкологик та үҙәктәр асыла”, – тип белдерҙе Олег Гриднев.
25 мең квадрат метр майҙанды биләгән туғыҙ ҡатлы бина тәүлегенә хирургия бүлексәһендә – 240, диагностика бүлексәһендә 450 пациентты ҡабул итә аласаҡ.
Төҙөлөш хаҡы 3,2 миллиард һум тәшкил иткән. Яңы корпуста 250 хеҙмәткәр – 68 табип, 148 урта һәм 20 кесе персонал, 14 өҫтәмә хеҙмәткәр эшләйәсәк.
Фото: Олег Яровиков ("Башинформ").
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: