+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 11:40

Сауҙа-сәнәғәт палатаһы «Һеҙҙе хәстәрләп» тип исемләнгән хәйриә акцияһы үткәрә

Был юлы аҙыҡ-түлек тупланмаһы Дәүләкән районында йәшәүселәргә лә ебәрелгән

Уның сиктәрендә аҙ тәьмин ителгән, күп балалалы ғаиләләр,пенсионер һәм ауыр тормош шарттарында ҡалғандар аҙыҡ-түлек тупланмаһы аласаҡ.
«Һеҙҙе хәстәрләп» акцияһы йоғошло сир ҡоторған мәлдә мохтаждарға ярҙам итә. Аҙыҡ-түлек кәрзине Башҡортостанда етештерелгән продукцияларҙан тора. Унда сәй, көнбағыш майы, бакалея, кондитер изделиелар һәм бер тапҡыр ҡулланыла торған битлектәр һалынған. Пандемия осоронда меңдән ашыу аҙыҡ-түлек йыйылмаһы ебәрелә, һәр береһенең ауырлығы яҡынса 6 килограмм тәшкил итә. Быға тиклем ошондай тупланмалар медицина хеҙмәткәрҙәренә таратылған.
Хәйриә акцияһын Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ярҙамында республиканың эшҡыуарлыҡ берләшмәһе ойоштора. Был осорҙа ирекмәндәр төркөмө лә барлыҡҡа килде. Аҙыҡ-түлек тупланмаларын таратыуҙан тыш, Бөрйән районы урмандарында сыҡҡан янғынды һүндерергә ҡушылдыҡ. Мөмкинлек булғансы артабан да ярҙам итәсәкбеҙ.
Тимур Хәкимов, Башҡортостандың сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты
Ризыҡтар республика райондарына йүнәлтелә. Был юлы 300 аҙыҡ-түлек тупланмаһы Дәүләкән районы, Күмертау һәм Сибай ҡалаларында йәшәүселәргә ебәрелде. Хәйриә посылкаларын ирекмәндәр яҡын арала йорттарға тиклем алып барасаҡ.
Әлфинә Килдейәрова.
Читайте нас: