Бөгөн, 7 августа иртәнсәк “Өфө” тимер юлы станцияһында маневр эштәре мәлендә пассажир поезының ике вагоны бәрелешә. Һөҙөмтәлә ике вагон да рельстан ситкә сыға. Инцидент урындағы ваҡыт менән иртәнге алтылар тирәһендә була. Был хаҡта Волга буйы транспорттағы тәфтиш идаралығынан хәбәр итәләр.
Бәхеткә күрә, ҡаза күреүселәр юҡ, был ваҡытта вагондар эсендә пассажирҙар булмаған. Вагондар техник эштәр үткәреү өсөн төрлө ергә күсереп йөрөткән ваҡытта бәрелешә. Әле урында тәфтишселәр эшләй: зыяндың күләмен билдәләп, ни сәбәптән былай килеп сыҡҡанын асыҡлайҙар.