-4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Август 2020, 01:55

Таң менән ҡот осҡос авария...

Бәрелеш ныҡ көслө була, ике машина ике яҡҡа оса.

Шәмбе, 8 август иртәһе фажиғәле яңылыҡтар менән башланды. М5 трассаһында булған авария ике кешенең ғүмерен өҙҙө.
Таңғы етенсе киткәндә М-5 трассаһының 1325-се километрында, Туймазы районы тирәһендә ике ватан автомобиле бәрелешә. “ВАЗ-2110” автомобиле артында 26 йәшлек Бәләбәй районы кешеһе, “Лада Калина” ла 46 йәшлек Октябрьский ҡалаһы кешеһе китеп барған була. Уның янында 41 йәшлек ҡатыны ла ултыра.
Бәрелеш ныҡ көслө була, ике машина ике яҡҡа оса. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Калина”лағы ирле-ҡатынлы табиптар килеп еткәнсе үк урында һәләк була. Икенсе машиналағы егет тә ауыр йәрәхәттәр ала, тик ул иҫән ҡала.
Башҡортостандың Баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов хәбәр итеүенсә, урында полиция һәм башҡа махсус хеҙмәттәр эшләй. Аварияның нисек килеп сығыуы әлегә билдәле түгел.
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: