+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Август 2020, 02:25

“Ул беҙҙе тиҙ генә ташлап китмәйәсәк”

Битлек кейеүҙең мөһимлеге тураһында

Профессор, медицина фәндәре докторы һәм Башҡорт дәүләт медицина университетынан Govid-19 инфекцияһын күҙаллау буйынса проект офисы етәксеһе Нәүфәл Заһиҙуллин “Россия-24 – Башҡортостан” телеканалына биргән интервьюһында ни өсөн битлек кейеүҙең мөһимлеге тураһында һөйләне.
Уның әйтеүенсә, хатта магазиндарҙа һатылыусы ҡағыҙ битлек тә вирустан һаҡлай ала. Ул организмға вирустарҙың күп миҡдарҙа инеүенә кәртә ҡуя, шуға күрә сирлеләр коронавирусты еңелерәк үткәрә. “Табиптар инфекцияның юғары концентрациялы һауа мөхитендә эшләгәнлектән, улар йыш һәм ҡаты ауырый,”- тине был мәсьәләне ентекләп өйрәнгән ғалим. Тимәк, битлек режимын инҡар итергә иртә.
Табип коронавирустың башҡа вирустарҙан айырмалы бик үҙенсәлекле, үтә йоғошло, мәкерле икәнен билдәләне.Үлем кимәле киҙеү менән сағыштырғанда 30-40 тапҡырға күберәк. Өҫтәүенә дауалау терапияһын һайлауы ауыр. ”Ғәҙәттә вирустар оҙайлы күп йыллыҡ мутация осорон үтә, ғәмәлдә улар хужаһын үлтермәй, ә коронавирус үлтерә. Ул беҙҙә 7-8 ай элек күренде, тик ул беҙҙән бөтөнләйгә тиҙ арала китмәйәсәк әле,”- тине ғалим.
Олег Яровиков фотоһы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: