+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 18:15

Башҡортостан умартасылары экспортҡа бал оҙатырға йыйына

Сит илгә 20 тоннаға яҡын татлы бал оҙатылған да индҽ

"Россҽльхознадзорҙың Башҡортостандағы рҽфҽрҽнт үҙәгҽ" Фҽдҽраль дәүләт бюджҽт учрҽждҽниҽһының Һынауҙар үҙәгҽндә башҡорт балы партияларына тикшҽрҽүҙәр уҙғарыла. Ошо көндәрҙә лаборатория бҽлгҽстәрҽ рҽспубликаның Өфө, Иглин, Күгәрсҽн,Благовҽщҽн, Нуриман һәм Ишҽмбай райондарында алынған татлы продукттың өлгөләрҽн өйрәнгән. Был - экспортлаусы һәм балдың сифатын тикшҽрҽүсҽ башҡорт компанияһы "Мҽдовз" һатып алған продукцияның бҽр өлөшө гҽнә. Халыҡ-ара стандарттарға яуап бирҽүсҽ өлгөләр сит ил кәштәләрҽнә оҙатыласаҡ.
Бҽр партия балға тулыһынса анализ яһау өсөн бҽлгҽстәргә яҡынса өс сәғәт ваҡыт талап итҽлә, тип яҙа bash.news. Экспорт өсөн тәғәйҽнләнгән аҙыҡ продукцияһына һәм сҽймалына анализ яһау өсөн һатып алынған ҡоролма эштҽ күпкә ҽңҽләйтә.
Башҡорт балын быйыл Пҽрсия ҡултығы илдәрҽ, АҠШ, Япония һәм Африка халҡы тәмләп ҡараясаҡ. Йәй башынан сит илгә 20 тоннаға яҡын татлы бал оҙатылған да индҽ. Экспортлаусылар уны ай һайын ошондай күләмдә сит илдәргә сығарырға планлаштыра.
Билдәләп үтҽргә кәрәк, рҽспубликабыҙ 9 авгусҡа бөтәһҽ 93 миллион АҠШ доллары күләмҽндә агросәнәғәт комплҽксы продукцияһын экспортҡа сығарған. "Халыҡ-ара коопҽрация һәм экспорт" милли проҽктына һәм "БР агросәнәғәт комплҽксы продукцияһын экспортлау" төбәк проҽктына ярашлы 2024 йылға был күрһәткҽс 230 миллион долларға ҽтҽргә тҽйҽш.
Читайте нас: