-16 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
11 Августа 2020, 17:10

Сабый тыуған көнөндә етем ҡалды

Ғаиләнең туғандары авторегистратор яҙмаһын эҙләй

8 августа таң менән М5 трассаһында, Туймазы районы янында булған авария тураһында хәбәр иткәйнек. Унда “ВАЗ-2110” менән “Лада Калина” машиналары бәрелеште. Һөҙөмтә бик ҡурҡыныс: “Лада Калина”ла китеп барған Октябрьский ҡалаһында йәшәгән ғаилә, 46 йәшлек ир менән уның 41 йәшлек ҡатыны урында һәләк булды. Икенсе машинала булған 26 йәшлек Бәләбәй районы егете йәрәхәттәр алһа ла, иҫән ҡалды. Белдереүеҙәренсә, уның водитель танытмаһы булмаған, шулай уҡ иҫерек тә булған тиҙәр.
Аварияла һәләк булған ғаилә Руслан менән Миләүшә К. булып сыҡты. Ул көндө улар Ишембай ҡалаһына, Миләүшәнең ата-әсәһе янында ял иткән биш йәшлек ҡыҙҙарын алып ҡайтырға тип сыҡҡан булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала башҡаса ата-әсәһен күрмәйәсәк.
- Беҙ быға ышана алмайбыҙ. Нисек Руслан ундай аварияға эләккәндер, ул бик тәжрибәле водитель ине, күп йылдар йөк машиналарында эшләне. Юл һәм руль уның икенсе өйө ине. Шуға күрә беҙ быға ышана алмайбыҙ, - тигән уларҙың туған кешеһе Эльвина.
Руслан менән Миләүшә 16 йыл бергә йәшәгән, ҡыҙҙары үҫеп килгән. Һуңғы йылдарҙа Руслан теш технигы булып эшләгән, уны күптәр белгән һәм хөрмәт иткән.
Бөгөн Миләүшәне Дәүләкәндә ерләгәндәр. Русландың тыуған яғы Дағстанда, уны шунда алып ҡайтып күмәсәктәр. Ә иң аяныслыһы, бөгөн уларҙың ҡыҙҙарына алты йәш тула. Тома етем ҡалған сабыйға бер кем дә ата-әсәһен ҡайтарып бирмәйәсәк шул...
Әлеге ваҡытта һәләк булған ғаиләнең туғандары авторегистратор яҙмаһын эҙләй. Шулай уҡ аварияның шаһиттары ла бик кәрәк уларға. Әгәр видеояҙмағыҙ булһа, +7-917-462-49-03 телефонына шылтыратып Айҙарҙы һорағыҙ.
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас в