+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 16:45

"Туризмды үҫтерәбеҙ!"

Йәй - ялдар мәле.

“Әле йәй һәм ялдар мәле. Коронавирус кешеләрҙең пландарына үҙгәрештәр индерҙе һәм күптәр быйыл сит илдәргә барманы. Хәҙер эске туризм хөкөм һөрә. Төрлө социаль селтәрҙәрҙә яҡындарым һәм дуҫтарымдың сәхифәләрендә бик күп матур фотолар ҡуйылған, уларҙың бөтәһе лә илебеҙҙең төрлө нөктәләренән. Был бик ҡыуандыра. Кешеләр Рәсәй тураһында күберәк белә, туристик бизнес та ярҙам ала. Беҙҙә, Башҡортостанда быйыл туристар ағымы өс тапҡырға артты”, – тип яҙҙы “Фейсбук”та Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров.
Ул үҙе лә бер нисә тапҡыр Башҡортостан буйлап сәйәхәт ҡылған, Шүлгәнташ мәмерйәһенә барған, ҡаялар араһынан йылға буйлап ағып төшкән, иҫ китмәле матурлыҡҡа милли аш-һыу, ҡымыҙ менән буҙа, шифалы бал да ҡушылған.
“Туристар ағымы артыу менән был тармаҡтағы проблемалар шунда уҡ өҫкә ҡалҡып сыҡты. Беренсеһе, яҡшы юл сервисы булмау. Әлбиттә, туристар юлында кафе һәм магазиндар осрай, тик улар күберәк булһын ине. Радий Хәбиров йөкләмәһе буйынса, был бурысты беҙ коллегаларыбыҙға ҡуйҙыҡ. Йылы санузел булмаһа ла уңайлыҡ тураһында һөйләп булмай”, – тип яҙа ул.
Андрей Назаров тағы бер проблеманы күтәрә – ул тәбиғәт парктарында ташлап киткән сүп-сар. Уны хәл иткәндәр тиерлек, сүп-сар майҙансыҡтарын арттырғандар, матбуғат аша халыҡҡа мөрәжәғәт иткәндәр.
“Ышанығыҙ, дуҫтар, беҙ Башҡортостанда ҡунаҡтарға бик шатбыҙ һәм туризмды үҫтереү өсөн бик күп көс һалабыҙ. Әлбиттә, матурлыҡтар менән маҡтаныу ғына түгел, ә коронавирустан ҡаҡшаған иҡтисадыбыҙға ла ярҙам иткебеҙ килә. Бына әле 6-нан 9 авгусҡа тиклем Башҡортостанда мәғлүмәти һәм матбуғат турҙары үтте, ул “Рәсәй турҙары” проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Был проектта беҙҙән тыш тағы 14 төбәк ҡатнаша. Туристик ойошмалар һәм ҙур федераль баҫмалар вәкилдәре республикабыҙҙың иң матур урындарында булды, ҡунаҡханалар һәм туристик базаларҙы ҡараны, республиканың шифахана-курорт мөмкинлеге менән танышты. Саранан һуң битарафтар ҡалмаған тиҙәр. Сәйәхәт бөтәһенә лә бик оҡшаған.
Туристик мөмкинлектәребеҙҙе үҫтерәсәкбеҙ. Беҙҙең күренекле урындарыбыҙ тураһында ер шарының бөтә мөйөштәрендә лә белеүҙәрен теләйбеҙ. Туризм үҫһә, иҡтисадҡа ла еңелерәк булыр”, – тип яҙҙы ул.
Фото: Фейсбук.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: