Стәрлетамаҡта тәртип һаҡлау органдары 28 йәшлек ир һәм уның 7 ярҙамсыһын ҡулға алды. Был төркөм законһыҙ алкоголь етештереү менән шөғөлләнгән. Цех 16 гараж боксын биләгән. Ағыу тотош республикаға таратылған. Полиция хеҙмәткәрҙәре 4 мең литр ялған спирт, төрлө араҡыларҙың этикеткаларын, этил спирты өсөн 58 канистр тартып алған.