Бәләбәйҙә ошондай проект ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы, ҡала быуаһы һәм уның тирә-яғы төҙөкләндерелә. Яр буйлап ағас пирстар, амфитеатр, ҡомлоҡ, яңы павильондар урынлаша. Баҡса биләмәһендә коворкинг үҙәге, велосипед юлдары, сауҙа киоскылары, төрлө арт-объекттар булдырыла.