+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Август 2020, 19:30

Ағаһы инвалид ҡатынды тотҡонлоҡҡа алған

Ҡатындың өс йәшлек балаһы ла булған.

Был ҡот осҡос хәл Благовещен ҡалаһында теркәлә. II төркөм инвалиды булған ҡатынды социаль хеҙмәткәрҙәр тапҡанда, сәстәре үрә тора: бысраҡ фатир, буш һыуытҡыс, эшләмәгән телевизор. Бөтә ерҙә ярлылыҡ һәм бысраҡ!
Баҡһаң, йәш ауырыу ҡатын быға тиклем әсәһе менән йәшәгән. Ҡатындың өс йәшлек балаһы ла булған. Әммә әсәһе вафат булғас, ҡатындың пенсияһы килгән банк картаһын, документтарын ағаһы тартып ала һәм балаға һәм һеңлеһенә бер тин дә бирмәй башлай. Фатир өсөн түләүҙәр йыйылып китә.
Тәүгеләрҙән булып ғаиләләге хәлдең мөшкөл булыуын балалар баҡсаһындағы тәрбиәселәр аңлап ҡала. Бала баҡсаға бысраҡ һәм ас килә. Был хаҡта улар социаль хеҙмәткәрҙәргә хәбәр итәләр.
Тәү сиратта социаль хеҙмәткәрҙәр уның ағаһын эҙләп таба, шунан ҡатындың үҙенә баралар.
- Беҙ уны тәүгә күргәндә шаҡ ҡаттыҡ! Ул бысраҡ, ябыҡ ине. Ашарға йүнләп бешерә белмәй, аҡса тотона алмай ине, - тип һөйләй “Ғаилә” район-ара үҙәге белгестәре.
Әлеге ваҡытта ҡатын менән психолог эшләй, уға көн һайын социаль хеҙмәткәр килә. “Ғаилә” район-ара үҙәге электр уты өсөн йыйылған бурысты түләргә ярҙам иткән. Артабан йылылыҡ өсөн һәм ағаһы уның исеменә алған кредиттарҙы ҡаплаясаҡтар. Ҡатындың яҙмышына битараф булмаған кешеләр менән бергә фатирға ремонт эшләгәндәр. Пандемия ваҡытында ғаиләләргә бүленгән аҡсаға кер йыйыу машинаһы һатып алғандар.
Яйлап уларҙың тормошо көйләнер тигән өмөттә ҡалайыҡ.
фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.
Автор: Лилия Нуретдинова
Читайте нас: