+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Август 2020, 18:25

Иҫерек арҡаһында сабыйҙың ғүмере өҙөлдө...

Ҡот осҡос фажиғәләр булып тора

Кисә кис Өфө–Ырымбур юлының Ауырғазы районы аша үткән участкаһында “ВАЗ-2115” менән “Мерседес-Бенц” автомобилдәре ҡатнашлығында көслө авария булды.
Мәғлүм булыуынса, авария “ВАЗ-2115” водителе ғәйеплн, ул эскән килеш рулгә ултырған булған. Был автомобиль нисектер юлды айырып торған ҡойма аша осоп үтеп ҡаршы һыҙатҡа барып сыҡҡан һәм “Мерседес-Бенц”ҡа бәрелгән, һуңынан әйләнеп китеп, “Датсун”ға һуғылған.
Авария һөҙөмтәһендә “ВАЗ-2115” автомобилендәге 59 йәшлек водитель ауыр йәрәхәттәр менән Толбазы дауаханаһына оҙатыла. Шулай уҡ “Датсун”дағы 61 йәшлек пассажир ҙа дауаханаға эләгә. Ә инде артта пассажирҙар урынында барған әсәнең ҡулындағы дүрт йәшлек баланы табиптар ҡотҡарып ҡала алмай – ул ошо уҡ кистә реанимацияла вафат була.
Эскән водителдәр ҡатнашлығында ошондай ҡот осҡос фажиғәләр булып торһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле лә күптәр бынан һабаҡ алмай.
Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: