Иннициатив төркөм менән осрашыу көндөҙ үк үтергә тейеш ине. Әммә уға экоактивистарҙың талаптары ҡамасауланы. Әңгәмәлә суд тарафынан экстремист тип табылған ойошма вәкилдәре ҡатнашырға теләк белдергәйне. Әммә һөҙөмтәлә яҡтар уртаҡ тел тапты. Осрашыу ойошторолдо. Уның тура трансляцияһы Башҡортостан башлығының социаль селтәрҙәрҙәге рәсми сәхифәләрендә алып барылды.