-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2020, 19:40

Ҡуштау эшкәртелмәй

Уртаҡ фекергә килмәй тороп Ҡуштау эшкәртелмәйәсәк

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тауҙы яҡлаусылар менән осрашты. Хөкүмәт йортонда үткән йыйылышта экоактивистар, ғалимдар, яҙыусылар, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм тәфтишселәр ҡатнашты. Ике сәғәттән ашыу барған һөйләшеүҙә төбәк етәксеһе һорауҙарға яуап бирҙе. “Мин һүҙ бирҙем һәм һүҙемдә торам. Уртаҡ фекергә килмәй тороп Ҡуштау эшкәртелмәйәсәк”, - тине республика башлығы. Радий Хәбиров Ҡуштауҙы эшкәртеүгә рөхсәт биреүен йыл ярым элек акционерҙар тарафынан үҙенә булған баҫым менән аңлатты. “Торатауҙы һоранылар, мин ҡаршы булдым”, - тине республика етәксеһе.
Геологтар һәм ғалимдар Башҡортостанда сода өсөн альтернатив сығанаҡтар күп булыуын билдәләй. Улар шулай уҡ Ҡуштауға айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын биреү яҡлы. Башҡорт дәүләт университеты профессоры Айрат Ишбирҙин.
Айрат Ишбирҙин әйтеүенсә, Ҡуштауҙа Ҡыҙыл китапҡа индерелгән йәнлектәр йәшәй һәм үҫемлектәр үҫә. “Беҙ уларҙы ла һаҡлап ҡалырға тейеш”, - ти ғалим.
Осрашыуҙа һуңғы көндәрҙә тау янында барған хәлдәр һәм уның эҙемтәләре тикшерелде. Экоактивистарҙы ҡулға алыныусыларҙың яҙмышы борсой. Уларға ҡуҙғатылған эштәр буйынса асыҡлыҡ индереү Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институтын үҫтереү буйынса совет ағзаһы Зөлфиә Ғайсинаға йөкмәтелгән.Радий Хәбиров Ҡуштауҙы яҡлаусыларҙы эҙәрлекләү булмай, әммә закон боҙоу осрағы асыҡланһа, уны хәл итеү менән тейешле ведомстволар шөғөлләнәсәк тине. Осрашыуға прокуратура вәкилдәре лә саҡырылғайны.
Читайте нас: