-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Август 2020, 21:35

“Рәсәй ситтә ҡала алманы...”

Июль айында Ҡырғыҙстанда эпидемиологик хәлдең насарланыуы һөҙөмтәһендә Рәсәй Хөкүмәте гуманитар ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының рәсми вәкиле Мария Захарова ил табиптарының Ҡырғыҙстандағы эше тураһында һөйләне. Белеүебеҙсә, июль айында Ҡырғыҙстанда эпидемиологик хәлдең насарланыуы һөҙөмтәһендә Рәсәй Хөкүмәте гуманитар ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул итте.
“Тәбиғи, беҙҙең стратегик партнерыбыҙ, союздашыбыҙ булған Ҡырғыҙстан коронавирус инфекцияһы таралыуы менән бәйле көрәштә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәс, Рәсәй ситтә ҡала алманы. Хәрби һәм граждан табиптарының эше ундағы эпидемиологик хәлде һиҙелерлек тотороҡландырыуға булышлыҡ итте. Тәүҙә июль аҙағында көнөнә меңдән ашыу сир осрағы теркәлһә, август аҙағында ул ике йөҙҙән аҙ ғына күберәк булды. Рәсәй белгестәре арҡаһында дауалау протоколдары үҙгәртелде һәм Ҡырғыҙстан табиптарын эпидемиологик режим ҡағиҙәләренә өйрәтеү ойошторолдо. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең ҙур эше өсөн Ҡырғыҙстан президенты Сооронбай Жээнбеков табиптарға һәм ил Президенты Владимир Путинға рәхмәт белдерҙе", - тине Мария Захарова.
Фото: Sputnic
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: